07:55 (UTC+5), 03 Апреля 2018

Республикала киҙеү сигенмәй: бер аҙнала 27 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу буйынса эпидемик сик 12 процентҡа артҡан. Марттың һуңғы аҙнаһында республикала 27 741 кеше ауырыған, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығында. Алдағы аҙна менән сағыштырғанда эпидемик сик 8 процентҡа кәмегән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. Матбуғат хеҙмәте белгестәре төбәктә элеккесә А һәм Б тибындағы киҙеү менән ауырыу осраҡтары теркәлгәнен иҫбатланы. Эпидемиологтар төбәктә ауырыуҙың артабанғы үҫеше буйынса фараздар биреүҙән тыйыла.
19-25 мартта Рәсәй Федерацияһында дөйөм халыҡ буйынса 29 субъектта киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу аҙналыҡ эпидемик сиктән артҡан. Үҙәк ҡала буйынса эпидемик сиктең артыуы һигеҙ ҡалала теркәлгән.
Яңы тыуған сабыйҙарҙан ике йәшкәсә балалар араһында 10 төбәктә киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу аҙналыҡ эпидемик сиктән артҡан, 3-6 йәштәге балалар араһында – 18, 7-14 йәштәгеләр араһында – 21, 15 йәштән өлкәндәр араһында – 27 төбәктә.
Аҙна эсендә 10 меңдән ашыу кеше лаборатор тикшереү үткән. Киҙеү вирусының өлөшө 67,8 процентҡа артҡан, В (21,7%) һәм А(H1N1) pdm09 (25,54%) киҙеүе вирустары өҫтөнлөк итә.
http://www.bashinform.ru/news/1138371-v-bashkirii-gripp-ne-otstupaet-za-nedelyu-diagnoz-orvi-postavlen-bolee-27-tysyacham-zhiteley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика