11:34 (UTC+5), 03 Апреля 2018

Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт майҙа һәм июндә байрам көндәре хаҡында иҫкә төшөрә

РИА Новости/Евгений Биятов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 Майҙы байрам итеүгә бәйле рәсәйҙәр киләһе айҙың тәүге аҙнаһында дүрт көн рәттән ял итә, тип иҫкә төшөрә Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт.
Ял көндәре йәкшәмбе 29 апрелдән башлана һәм шаршамбы 2 майға тиклем дауам итә.
Шәмбе 28 апрелдәге ял көнө дүшәмбе 30 апрелгә күсерелә.
2018 йылдың 7 ғинуарындағы ял көнө шаршамбы 2 майға күсә.
Шулай итеп, майҙың тәүге эш аҙнаһы ике көн генә дауам итә.
Ләкин 9 май — Еңеү көнөндә бер көн ял итәбеҙ. 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Киләһе ял көндәре 12 июндә Рәсәй көнөн байрам итеүгә бәйле. Рәсәйҙәр өс көн рәттән — 10-ынан 12 июнгә тиклем ял итә, тип яҙа «Известия» гәзите.
http://www.bashinform.ru/news/1138281-rostrud-napominaet-o-prazdnichnykh-dnyakh-v-mae-i-iyune/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика