04:38 (UTC+5), 03 Апреля 2018

Башҡортостанда эт ғаиләне уттан ҡотҡарған

«Октябрьский нефтсеһе»
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Октябрьский ҡалаһында Ричи ҡушаматлы эт Колосовтар ғаиләһен янғындан ҡотҡарған. «Октябрьский нефтсеһе» гәзите янғын ҡамауында ҡалған кешеләрҙең ҡотолоу тарихы тураһында яҙып сыҡты.
Ҡыйыу дүрт аяҡлы ҡотҡарыусы кинолағы супергеройға оҡшамаған — аҡ эт, уң күҙе тирәһендә сағыу ерән тап бар.Ҡасандыр элекке хужалары баш тартҡан этте ғаиләлә Эт тип кенә йөрөтәләр һәм Ричи уларҙы рәхмәт йөҙөнән ҡотҡарған, тип иҫәпләйҙәр.
Ошо ҡәһәрле төндә эт шыңшый һәм бүлмә буйлап йөрөй башлай, урамда ла тынысланмай — өрөүен дауам итә. Таңғы дүрттә Ричи өйҙәгеләрҙе уята башлай — ныҡ итеп өрә, өй буйлап саба, хужабикәнең карауаты эргәһенә килә. Шул саҡта хужалар төтөн еҫен һиҙеп ҡала ла инде. Ирле-ҡатынлы Роман менән Галина, уларҙың ҡыҙы Яна кейенеп, документтарын алып, ваҡытында өйҙән сығып өлгөрә — юҡһа, түшәм уларҙың өҫтөнә емерелеп төшөр ине. Янғын һүндереүселәр утты бер нисә сәғәттән һуң ғына һүндерә. Һуңынан асыҡланыуынса, ут электр сымының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан.
«Әгәр Ричи булмаһа, был хәл нимә менән тамамланыр ине, билдәһеҙ, беҙ һеҙҙең менән әле шулай һөйләшер инекме ...», — тип иҫенә төшөрә Галина.
Вайымһыҙ булмаған кешеләр уттан зыян күргәндәргә 30 мең һумдан ашыу аҡса йыйған, ғаилә тейешле компенсация ла алған. Туғандары, дуҫтары һәм таныш булмаған кешеләр ярҙам ҡулы һуҙған. Йыйылған аҡсаға Колосовтар ҡыйыҡты йүнәтергә ниәтләй, ләкин торлаҡты тулыһынса төҙөкләндереү өсөн был сумма, әлбиттә, етмәй. Колосовтарға ярҙам итергә теләгәндәр 8-927-927-70-74 телефоны буйынса йәки социаль селтәр аша мөрәжәғәт итә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1138030-v-bashkirii-semyu-iz-goryashchego-doma-spasla-sobaka-/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика