11:45 (UTC+5), 30 Марта 2018

Өфөнөң «Үҙәк» сауҙа комплексында янғын хаҡында хәбәр итеү ҡоролмаһы эшләп ебәргән

Станислав Шахов
Станислав Шахов
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Йома, 30 мартта, иртә менән Өфөнөң «Үҙәк» сауҙа комплексында янғын хаҡында хәбәр итеү ҡоролмаһы эшләп ебәргән. Автоматик хәбәр итеү системаһы «Фреш Маркет»та булыусыларға бинала төтөн сығыуы хаҡында мәғлүмәт еткергән: ҡала халҡын ашығыс рәүештә бинанан сығыуҙарын һорағандар.
«Бер кем дә сығырға ашыҡманы. Һатыусылар тауарҙарын таратып һалыуҙарын дауам итте», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына булған хәл шаһиттары.
Биш минуттан хәбәр итеү сигналы туҡтаны. Унан һуң кешеләргә янғын ҡорамалында техник өҙөклөк булғанын хәбәр иттеләр.
«Федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 22-се отряды» матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, сауҙа комплексы етәкселеге үҙаллы автоматик хабәр итеү системаһын тикшереп ҡарарға булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Кемероволағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә 64 кеше һәләк булған фажиғәнән һуң Рәсәй Генераль прокуратураһы ҡушыуы буйынса Башҡортостанда тикшереүҙәр уҙғарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1136689-v-ufimskom-torgovom-komplekse-tsentralnyy-srabotala-pozharnaya-trevoga/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика