11:33 (UTC+5), 30 Марта 2018

Башҡортостанда Рәсәй Фәндәр академияһы вәкиллеге асыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева /. Башҡортостанда Рәсәй Фәндәр академияһы вәкиллеге асыла. Кисә Мәскәүҙә Рәсәй Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителде.
Республикала вәкиллек ойоштороу ил төбәктәрендә Рәсәй Фәндәр академияһы вәкиллектәрен асыу буйынса пилот проекты булараҡ ҡарала. Башҡортостандан тыш, Ульяновск һәм Белгород өлкәләрендә лә ошондай структуралар булдырыла.
Вәкиллектең төп функциялары — Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан ғилми ойошмаларға методик ярҙам, тикшереү һөҙөмтәләре тураһында материалдар әҙерләү, экспертиза, Рәсәй Фәндәр Академияһы етәкселегенә республиканың фәнни-техник комплексын үҫтереү, ойошмаларҙың үҙ-ара эш итеү селтәрен камиллаштырыу тәҡдимдәрен әҙерләү.
http://www.bashinform.ru/news/1136810-v-bashkirii-otkryvaetsya-predstavitelstvo-rossiyskoy-akademii-nauk/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика