13:02 (UTC+5), 30 Марта 2018

1 апрелдән республика пенсионерҙары арттырылған күләмдә пенсия ала башлай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 2018 йылдың 1 апреленән дәүләт пенсия тәьминәте буйынса, шул иҫәпән социаль пенсиялар 2,9% арттырыла. Республикала 101 мең пенсионер, шул иҫәптән социаль пенсия алған 93 мең пенсионер яңы күләмдәге пенсия ала башлай, тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе.
Социаль пенсияны индексациялау менән бер үк ваҡытта саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, радиация һәм техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән кешеләрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының, осоу-һынау составы хеҙмәткәрҙәренең дәүләт пенсияһы, шулай уҡ күләме социаль пенсияларҙың артыуына бәйле булған башҡа түләүҙәр арта.
Республикала социаль пенсияның уртаса күләме арттырылғандан һуң – 9127 һум, инвалид балаларға һәм бала саҡтан I төркөм инвалидтарына 14297,31 һум тәшкил итә.
Башҡортостанда арттырылған түләүҙәрҙе финанслау өсөн өҫтәмә рәүештә айына 27 миллион һум талап ителә, төбәк финаслау менән тәьмин ителгән.
http://www.bashinform.ru/news/1136673-s-1-aprelya-pensionery-bashkirii-poluchat-povyshennuyu-pensiyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика