06:55 (UTC+5), 29 Март 2018

Өфөлә яңы тыуған айыу балаларын ата-әсәләренән айырҙылар

«Вся Уфа» телеканалы видеоһынан стоп-кадр
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләге «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиеһы вольерында быйыл дүрт айыу балаһы донъяға килгән. «Вся Уфа» телеканалы мәғлүмәттәре буйынса, бәләкәй йыртҡыстарҙы кисәнән алдағы көндә ата-әсәһенән айырҙылар. Тайыш табандарҙың затын билдәләп өлгөрмәгәндәр әле.
«Һәр ҡайһының үҙ холҡо. Кемдер уҫаллығын шунда уҡ, кемдер аҡрынлап күрһәтә. Шуға күрә әле киләсәктә ҡайһыһы йомшаҡ күңелле булырын әйтергә ярамай», — тип комментарий бирҙе хайуандарҙы ҡарау буйынса хеҙмәткәр Радик Шәрипов.
Ата-әсәләренән айырғандан һуң, Радик Шәрипов айыу балаларына тәрбиәсене алмаштыра. Уларҙы ике сәғәт һайын, шул иҫәптән төндә лә һыйыр һөтө менән ашатырға кәрәк.
Вольер хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, айыу балалары айырылышыуҙы ата-әсәләренә ҡарағанда еңелерәк үткәрә.


«Ата-әсәләре, әлбиттә, үҙҙәрен бер аҙ борсоуло тоя. Сөнки балаларын алғанға ни бары ике көн үтте. Шуға ла үҙҙәрен агрессив тота. Әммә улар, ҡағиҙә булараҡ, бик тиҙ тыныслана. Шомланыу осоро бер аҙнанан үтә», — тип аңлатты «Горзеленхоз» идаралығының урман хужалығы, төҙөкләндереү һәм урман-парк эштәре бүлеге етәксеһе Максим Щербаков.
Айыу балалары нығынғас, уларға хужа эҙләй башлайҙар. Ғәҙәттә, тайыш табан йыртҡыстарҙы цирк майҙансығында «йондоҙло» карьера көтә.
http://www.bashinform.ru/news/1136035-v-ufe-novorozhdennykh-medvezhat-razluchili-s-roditelyami/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика