04:51 (UTC+5), 28 Марта 2018

Рөстәм Хәмитов коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эште көйләү буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Ултырыш 2017 йылда коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек йомғаҡтарына арналды.
Коррупцияға ҡаршы милли көрәш планын ғәмәлгә ашырыуға, конфликтлы комиссиялар, бүлектәр һәм коррупция хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү өсөн яуаплы булған вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеген камиллаштырыуға, ошо өлкәлә пропаганда һәм аңлатыу эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыуға ҙур иғтибар йүнәлтелде, тип билдәләне республика етәксеһе.
Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлектә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу йәһәтенән мөһим аҙымдар яһалды. Быйылдан дәүләт вазифаларын биләгән кешеләр килемдәр тураһында электрон белешмәләрҙе махсус программа ярҙамында тултыра. 2019 йылда бөтә дәүләт хеҙмәткәрҙәре ошо форматҡа күсә.
Бынан тыш, Рәсәй дәүләт граждандар хеҙмәтенең кадрҙар составы менән идара итеүҙең берҙәм мәғлүмәт системаһын файҙаланыу башлана.
– Илдә һәм республикала коррупцияға ҡаршы ҙур эштең беренсе йыл ғына дауам итмәүен аңлайбыҙ. Ил Президенты, уның етәкселеге урындағы һәм федераль властарҙан ошо йәһәттән эшмәкәрлекте көсәйтеүҙе талап итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Коррупция ил иҡтисады үҫешен тотҡарлай, эшҡыуарҙар, бизнес өсөн ҙур проблемалар тыуҙыра. Был һәр кем өсөн асыҡ, аңлайышлы.
Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендә аңлатыу эштәренә һәм пропагандаға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары Алексей Касьянов 2017 йылда республикала коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса сараларҙы бойомға ашырыу тураһында һөйләне. Шулай итеп, 33 дәүләт хеҙмәткәре һәм 133 муниципаль хеҙмәткәр юридик яуаплылыҡҡа тарттырылған. Атап әйткәндә, ышанысты юғалтыу менән бәйле муниципаль вазифа һәм муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләгән 30 кеше эшенән бушатылған.
Бынан тыш, республика дәүләт власы органдарының кадрҙар хеҙмәте дәүләт хеҙмәткәрҙәренең мәнфәғәттәрҙең конфликтын көйләү йәки уларға юл ҡуймау тураһында талаптарҙы үтәмәү осрағын асыҡлаған. Ун осраҡтың туғыҙында хеҙмәткәрҙәр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
http://www.bashinform.ru/news/1135337-rustem-khamitov-provel-zasedanie-komissii-po-protivodeystviyu-korruptsii/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика