04:25 (UTC+5), 28 Марта 2018

Рәсәйҙә Кемероволағы янғында кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле матәм көнө

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн Рәсәйҙә Кемероволағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу буйынса матәм көнө. Дәүләт флагтары төшөрөлгән. Мәҙәниәт учреждениелары күңел асыу тапшырыуҙарын күсергән, телеканалдар һәм радиостанциялар эфир сеткаһын үҙгәрткән. Рәсәй төбәктәрендә иҫкә алыу акциялары үтә. Был көндө Кемеровола һәләк булғандар менән хушлашалар.
Кузбаста «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендәге янғында һәләк булған 15 кешене ерләйәсәктәр. Бөтә Кемерово буйынса – сиркәүҙәрҙә, залдарҙа, ғибәҙәтханаларҙа мәрхүмдәр менән хушлашыу була. Тәүге йыназа уҡыуҙар шаршамбы көндө урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙәрҙә башлана, тип хәбәр итә ТАСС.
25 мартта «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгенең дүртенсе ҡатында янғын сыҡты. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 64 кеше янғын ҡорбаны булды, 25 мәйет танылған. Әлеге ваҡытта 12 кеше дауаханала ята, тағы ла 55 кеше өйҙә дауалана.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Кемероволағы янғында кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле 28 мартты матәм көнө тип иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Кемеровоның үҙендә дүшәмбе иғлан ителгән өс көнлөк матәм дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1135503-rossiya-v-traure-po-pogibshim-pri-pozhare-v-kemerove/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика