08:15 (UTC+5), 28 Марта 2018

Башҡортостанда суд приставтары Германиянан законһыҙ сығарылған балаларҙы эҙләп тапҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда суд приставтары тиҙ арала әсәһе Германиянан законһыҙ алып сыҡҡан ике бәлиғ булмаған баланы эҙләп тапҡан. Ҡатын балаларын аталарына әйтмәйенсе тыуған иленә алып сыҡҡан.
Асыҡланыуынса, Башҡортостан балаларҙың яҡынса булыу урыны ғына тип иҫәпләнгән. Шуның менән бәйле эҙләнеү эше асылған, тип хәбәр итте Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте вәкиле.
Малай менән уның һеңлеһен суд приставтары бер нисә көн эсендә эҙләп тапҡан. Башҡарыу эше һөҙөмтәһе опека һәм бағыусылыҡ органдарына тапшырылған.
Ағымдағы йылда республиканың суд приставтары оператив рәүештә өс баланы эҙләп тапҡан.
2011 йылда Рәсәй Федерацияһы 1980 йылдың 25 октябрендә Гаагала ҡул ҡуйылған Халыҡ-ара балаларҙы урлау гражданлыҡ-хоҡуҡи аспекттары хаҡындағы конвенцияға ҡушылды. Шуның менән бергә халыҡ-ара балаларҙы эҙләү Федераль суд приставтары хеҙмәте эшендә сағыштырмаса йәш йүнәлеш булып һанала – уға ни бары дүрт йыл.
http://www.bashinform.ru/news/1135557-v-bashkirii-sudebnye-pristavy-razyskali-detey-nezakonno-vyvezennykh-iz-germanii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика