11:08 (UTC+5), 28 Марта 2018

Башҡортостанға яҙ 3 апрелдә килә — Башгидромет

all-pages.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанға яҙ 3 апрелдә килә, тип хәбәр итте Башгидромет белгестәре журналистар менән осрашыуҙа. Март аҙағына тиклем көндәрҙең йылытыуы көтөлмәй. «Яҙға ыңғай уртаса тәүлек күрһәткестәр хас, беҙҙә иһә ул апрелдә генә була», — тине Башҡортостан Гидрометеорология идаралығының Гидрометүҙәк етәксеһе Анна Козаева.
Апрелдең тәүге декадаһы тотороҡһоҙ, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан 20-30% күберәк булыуы фаразлана. «Республика биләмәһе төрлө, шуға күрә йылы һәм яуым-төшөм тигеҙ бүленмәҫкә мөмкин», — тип иҫкәртте синоптик.
Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы арҡаһында ҡарҙың йылдам иреүе һәм йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе ихтимал. Ләкин яҙғы һыуҙарҙың фаразланған максималь кимәле уртаса күрһәткес сиктәренән сыҡмай. Быйыл Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә һыу баҫыу көтөлмәй. «Әгәр йылы тулҡындың килеүен күрһәк, был хаҡта хәбәр итербеҙ», — тине Анна Козаева.
http://www.bashinform.ru/news/1135832-v-bashkiriyu-vesna-pridet-3-aprelya-bashgidromet/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика