09:00 (UTC+5), 27 Марта 2018

Владимир Путин Кемероволағы сауҙа үҙәге эргәһенә сәскәләр һалды

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәттәр агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин шишәмбе иртә таңда Кемеровола янғын һөҙөмтәһендә 60-тан ашыу кеше һәләк булған «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгенә килде һәм фажиғә ҡорбандары иҫтәлегенә сәскәләр һалды.
Дәүләт башлығы кешеләр сәскәләр, йомшаҡ уйынсыҡтар һәм һәләк булғандарҙың фотоларын килтергән бинаның алғы яғындағы мемориалға раузалар гөлләмәһен һалды, тип хәбәр итә Интерфакс. Владимир Путин Рәсәй Президентының Себер федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Меняйло менән янған бинаның тышын ҡараны.
25 мартта Кемероволағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә янғын сыҡты. Янғын кино залдары урынлашҡан һәм йәкшәмбе көндө бик күп балалар булған һуңғы ҡатта сыҡты. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, янғында 64 кеше һәләк булған, 12 кеше дауаханаға оҙатылған, уларҙан 11 йәшлек бала ауыр хәлдә ята. Ҡалған зыян күргәндәрҙең хәле уртаса йәки еңелсә тип баһаланған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 25 мәйет танылған.
http://www.bashinform.ru/news/1134814-vladimir-putin-vozlozhil-tsvety-u-torgovogo-tsentra-v-kemerovo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика