08:15 (UTC+5), 27 Марта 2018

Киң мәғлүмәт саралары: мутлашыусылар Кемероволағы фажиғәлә байып ҡалырға маташа

© Данил Айкин/ТАСС
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Интернетта мутлашыусылар 25 мартта Кемероволағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә булған фажиғәлә байып ҡалырға маташа. Улар социаль селтәрҙәрҙә янғында зыян күргәндәрҙең һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә йәнәһе лә аҡса йыя. РИА Яңылыҡтар мәғлүмәттәре буйынса, мутлашыусылар тураһында полиция иҫкәртә.
Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн аҡсаны Кемероволағы Ҡыҙыл Тәре сайты аша күсереп һәм Рус православие сиркәүенең Кемерово епархияһындағы Мәрхәмәтлелек бүлеге аша ярҙам күрһәтергә мөмкин.
Сауҙа үҙәгендәге фажиғә 64 кешенең ғүмерен ҡыйҙы, тиҫтәләгән зыян күрҙе. Ошо хәл менән бәйле төбәктә өс көнлөк матәм иғлан ителгән. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр дүрт ғәйепләнеүсене ҡулға алған.
http://www.bashinform.ru/news/1134759-smi-moshenniki-pytayutsya-nazhitsya-na-tragedii-v-kemerovo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика