14:10 (UTC+5), 27 Марта 2018

Гидрологтар баш ҡалала йылғаларҙың боҙҙан әрселеүенә һәм ташҡын кимәленә фараздар бирҙе

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Гидрологтар Өфөлә йылғаларҙың боҙҙан әрселеүенә һәм ташҡын кимәленә фараздар бирҙе. Баш ҡала эргәһендә Ағиҙел йылғаһы 11 апрелдән 17-һенә тиклемге осорҙа боҙҙан әрселә. Былтыр унда 15 апрелдә боҙ китә башланы. Шакша янындағы Ҡариҙелдә – 6-12 апрелдә, Бочкарев тирәһендәге Дим йылғаһы 12-18 апрелдә «ҡуҙғала».
Белгестәр гидрологик постар ҡуйылғанға күрә, ошо пункттарҙы билдәләй.
Боҙ күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә ярашлы китә башлар тип көтөлә. Атап әйткәндә, Ағиҙел йылғаһында 29 мартта иң иртә боҙ киткәйне, иң һуңғыһы – 4 майҙа. Ҡариҙелдә – 23 мартта һәм 21 апрелдә, Димдә – 29 мартта һәм 25 апрелдә.
Ташҡын кимәленең дә уртаса күрһәткестәргә ярашлы булыуы көтөлә. Ағиҙел йылғаһында ул 380-480 метр (иң ҙуры – 1118 м, иң кәме – 330, 2017 йылда – 715 м) тәшкил итәсәк. Ағиҙелдә – 430-530 метр (иң ҙуры – 1033, иң кәме 389, 2017 йылда – 671).Дим йылғаһында – 500-600 (иң ҙуры – 873, иң кәме – 281, былтыр – 562).
http://www.bashinform.ru/news/1134981-gidrologi-dali-prognoz-na-vskrytiya-rek-i-urovni-pavodka-v-ufe/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика