Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
0
90.4
0
66.47
+1.13
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2018, 13:50

Быйыл яҙғыһын Өфөнөң ниндәй урамдарында соҡорҙарҙы ямайҙар

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда яҙғыһын ғәҙәттәгесә ҡар иреү менән бергә юлдарҙа соҡорҙарҙы ямау башлана. Өфөнөң коммуналь хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта ҡайҙа «юл ямауҙары» эшләнәсәген һөйләне.
Шулай итеп, соҡорҙарҙы ямау эше Менделеев, Сәғит Ағиш, Юрий Гагарин, Комсомол, Сипайлово, Өфө шоссеһы, Новоженов, Йәштәр бульвары, Шафиев, Рязань, Максим Рыльский, Баязит Бикбай, Наталья Ковшова, Рәсәй, Сәмәрҡәнд, Төҙөлөш тыҡрығы, Пугачев урамдарында башҡарыласаҡ.
Соҡорҙарҙы ямау – юл ҡатламы артабан емерелмәһен өсөн ваҡытлыса сара. Башҡортостанда түбән температурала ҡулланыла торған ҡойолған асфальт технологияһы менән файҙаланалар. Ҡатышма ҡойғандан һуң 30-40 минуттан ҡата.
http://www.bashinform.ru/news/1134903-na-kakikh-ulitsakh-ufy-provedut-yamochnyy-remont-vesnoy-2018-goda/
Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: