11:40 (UTC+5), 27 Март 2018

Баш ҡалала рәсми рәүештә педагогик оҫталыҡ конкурсы башланды

автор
автор
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 26 мартта һөнәри оҫталыҡ байрамы – «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2018» республика конкурсы асылды. Быйыл унда 188 кеше – конкурстың муниципаль этап еңеүселәре ҡатнаша.
Иң яуаплы һынау – асыҡ дәрестәрҙе уҡытыусылар уҙған аҙнала үткәрҙе. Бөгөн уларҙың күбеһе билдәләгәнсә, был иң етди этап, сөнки балалар менән аралашыуҙан тыш бер нимә лә уҡытыусыны шулай асып бирмәй. Асыҡ дәрескә, уҡыусылар менән башҡа осрашыуҙарға кеүек, айырыуса әҙерләнергә кәрәк.
Уҡытыусылар оҫталығы бәйгеһен асыу тантанаһы көндө конкурсанттар эссе яҙҙы.
27-28 мартта – оҫталыҡ дәрестәре; 29 мартта – «Мәғариф проекты» конкурс эше; 30 мартта «Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле» үтә.
Шәмбе, 31 мартта, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы»н атайҙар.
29-30 мартта конкурс сиктәрендә «Тамашасылар һөйөүе бүләге» номинацияһы буйынса онлайн-тауыш биреү була. Конкурста ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостан мәғариф министрлығының социаль селтәрҙәге рәсми сайтында 30 мартҡа киске сәғәт 6-ға тиклем тауыш бирергә мөмкин.
Республиканың Дәүләт Думаһы – Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова, уҡытыусыларҙы сәләмләп, уларға иң яҡшы сифаттарын күрһәтеүҙәрен, һәр бәйгеселә булған баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле тәжрибә менән уртаҡлашыуҙарын теләне.
«Элек-электәге кеүек, илебеҙ һәм балаларыбыҙ яҙмышы бөгөн дә уҡытыусылар, мәғариф системаһы ҡулында, — тине Эльвира Айытҡолова. — Беҙҙең үҫеп килгән быуын ата-әсәләргә генә түгел, уҡытыусыларға, көн һайын мәктәптә осрашҡандарға ҡарата юғары талаптар ҡуя. Беҙҙең бурыс – ҡыҙыҡлы булыу, хайран ҡалдыра белеү, һәр көн эшкә байрамға барған кеүек барыу өсөн, бер нимәгә ҡарамаҫтан, үҙең өсөн илһам сығанағын табыу».
http://www.bashinform.ru/news/1134690-v-ufe-dan-ofitsialnyy-start-konkursu-pedagogicheskogo-masterstva-kto-pretenduet-na-zvanie-uchitel-go/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика