09:00 (UTC+5), 26 Март 2018

Владимир Путин Кемероволағы янғында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Владимир Путин янғында һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм зыян күргәндәрҙең барыһына ла тиҙерәк һауығыуҙарын теләй. Дәүләт башлығына Кемерово өлкәһендәге фажиғә хаҡында хәбәр ителгән.
Президентҡа булған хәл хаҡында бөтә ентекле мәғлүмәтте гражданлыҡ оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы эҙемтә һөҙөмтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министр Владимир Пучков һәм Кемеров өлкәһе губернаторы Аман Тулеев үҙ докладтарында еткерҙе.
Владимир Путин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығына кисектергеһеҙ фажиғә урынына осорға һәм көстәрҙе, сараларҙы тейешенсә мобилизациялау буйынса бөтә кәрәкле саралар ҡабул итергә ҡушты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өҫтәмә көстәре, шул иҫәптән кәрәкле роботехника, пилотһыҙ авиация һәм башҡа ҡорамалдар Красноярскиҙан һәм Мәскәүҙән йәлеп ителәсәк.
Шулай уҡ зыян күргәндәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү һәм медицина кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү буйынса тейешле йөкләмәләр бирелде.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Кемерово сауҙа үҙәгендә янғында 37 кеше һәләк булған, уларҙы таныу бик ауыр. Яҡынса, уларҙың араһында туғыҙ бала бар. Туғандарының ғаризалары буйынса, 64 кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1134228-vladimir-putin-vyrazil-soboleznovaniya-semyam-pogibshikh-v-pozhare-v-kemerovo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика