08:45 (UTC+5), 26 Марта 2018

Кемерово ҡалаһындағы фажиғәнән һуң республика сауҙа үҙәктәрендә пландан тыш тикшереүҙәр уҙғарыла

© Данил Айкин/ТАСС
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Дүшәмбе, 26 мартта, Башҡортостан хөкүмәтендәге кәңәшмәлә республика сауҙа үҙәктәрендә пландан тыш тикшереүҙәр уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Ошо көндәрҙә федераль күҙәтеү ведомстволары хеҙмәткәрҙәре сауҙа үҙәктәренән тыш, кинотеатрҙарҙы, йәмәғәт урындарын һәм халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы тикшереп сығырға тейеш.
«Әгәр граждандарыбыҙҙың хәүефһеҙлегенә йүнәлтелгән иҫкәртеү сараларын күрмәһәк, беҙҙе бер кем дә ғәфү итмәҫ, — тине кәңәшмәлә төбәк хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов. — Сауҙа һәм күңел асыу хеҙмәттәре өлкәһендә бизнес менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар ошондай пландан тыш тикшереүҙәр ойоштороуҙы аңлап ҡабул итер, тип ышанам».
Кемерово сауҙа үҙәгендәге фажиғәгә бәйле Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов өлкә губернаторы Аман Тулеевҡа һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.
25 мартта Кемерово ҡалаһындағы «Зимняя вишня» сауҙа үҙәгендә илдә иң ҙур янғындарҙың береһе теркәлде. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, унда 53 кешенең, шул иҫәптән балаларҙың ғүмере өҙөлдө. Әле урында оператив штаб эшләй, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1134453-v-bashkirii-v-torgovykh-tsentrakh-proydut-vneplanovye-proverki-posle-tragedii-v-kemerovo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика