08:10 (UTC+5), 26 Марта 2018

Өфөлә 2018 йылдың ике айында 2000-дән ашыу яңы автомобиль һатылған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Автостат» агентлығы белгестәре Рәсәйҙә йышыраҡ яңы автомобиль һатып алған ҡалалар рейтингын төҙөгән. Өфө тәүге ун ҡала исемлегенә ингән. Аналитиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһында 2018 йылдың ғинуар-февралендә 2080 машина һатып алғандар – ул исемлектә алтынсы урын. Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты тикшеренеүгә индермәгәндәр – был ике баш ҡала ғәҙәттәгесә алдынды урындарҙа тора. Ике ай эсендә ошо ҡалаларҙа 28,4 һәм 13,1 мең дана автомобиль һатылған.
Тәүге баҫҡыста – Ҡазан (3000 машина), икенселә – Екатеринбург (2840), өсөнсөлә – Һамар (2360). Артабан килә Түбәнге Новгород (2280), Краснодар (2100), Өфө (2080), Силәбе (1940), Дондағы Ростов (1920), Пермь (1880) һәм Воронеж (1600).
«Һанап үтелгән бөтә ҡаларҙа ла отчет осор эсендә яңы автомобилдәр һатыу кимәле үҫкән. Күберәк Силәбелә (+44%) һәм Екатеринбургтә (+41%) артҡан, аҙыраҡ – Ҡазанда һәм Воронежда (икеһендә лә баҙар үҫеше 10 процент тәшкил иткән)», — тип асыҡлыҡ индергән аналитика агентлығы белгестәре.
http://www.bashinform.ru/news/1134312-v-ufe-za-dva-mesyatsa-2018-goda-prodali-bolee-dvukh-tysyach-novykh-avtomobiley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика