06:25 (UTC+5), 26 Марта 2018

Башҡортостанда республиканың иң яҡшы уҡытыусыһын һайлайҙар

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 26 мартта Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы» асыҡ республика конкурсы һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» XXIII төбәк-ара конкурсы үтә. Ул уҡытыусылар берләшмәһе өсөн төп ваҡиғаларҙың береһе булып тора.
Башҡортостан Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың асыҡ этабын республиканың төрлө муниципалитеттарынан 141 уҡытыусы үтте. Үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын башланғыс класс, әҙәбиәт, математика, физика, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, сит телдәр, биология, музыка һәм физик культура уҡытыусылары күрһәтә. Еңеүсе «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында сығыш яһаясаҡ.
«Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурс 1991 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла. Уны Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Башҡортостандың Халыҡ мәғарифы һәм фәне хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз комитеты, республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ойоштора. «Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы» сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы», «Рус теле һәм әҙбиәтенең йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы», «Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурстары уҙғарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1134300-v-bashkirii-vybirayut-luchshego-pedagoga-respubliki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика