Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
89.77
-0.34
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2018, 11:25

Яҙғы каникулдарҙа балалар менән сәйәхәт итеүселәр өсөн иң популяр йүнәлештәр билдәле булды

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәйҙең күпселек мәктәптәрендә 26 мартта яҙғы каникулдар башлана һәм 1 апрелдә тамамлана. Был осорҙа балалар менән сәйәхәт итеүсе ата-әсәләр өсөн Мәскәүҙән Сочи ҡалаһына осоу иң популяр йүнәлеш булған. Мәскәүҙән Ҡырымға осоу икенсе урын алған. Өсөнсөлә – Санкт-Петербургтан Сочиға осоу. Ошо хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә Tutu.ru сервисы рейтингына һылтанып.
Шулай уҡ каникул көндәрендә популяр маршруттар араһында – Минераль Һыуҙар һәм Калининград. Шулай ҙа төбәктәрҙә йәшәүселәр Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургка барыуҙы өҫтөн күргән. Тбилиси, Ереван һәм Париж һорау менән ҡулланған сит ил йүнәлештәре булған.
Баҫма мәғлүмәте буйынса, 2017 йылда Рәсәйҙә дөйөм туристар ағымы тәүгә 81 миллион кешенән артҡан. Эксперттар һүҙҙәренсә, был ил тарихында рекорд күрһәткес.
http://www.bashinform.ru/news/1133472-stali-izvestny-samye-populyarnye-napravleniya-dlya-puteshestvuyushchikh-v-vesennie-kanikuly-s-detmi/
Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: