13:16 (UTC+5), 23 Марта 2018

Яҙ һәм йәй ниндәй буласаҡ: Росгидромет фараздар менән таныштырҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөтә донъя метеорология көнөнә арналған матбуғат конференцияһында Рәсәй Гидрометеорология үҙәге директоры Роман Вильфанд быйыл яҙ һәм йәй айҙарында рәсәйҙәрҙе ниндәй һауа торошо көтөүе хаҡында һөйләне. Илдең күпселек өлөшөндә апрелдән сентябргә тиклем уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын температура режимы күҙаллана.
Был юлы майҙа һәм июндә көндәрҙең 2017 йылдағы кеүек үк һалҡын булыуы көтөлмәй, тип билдәләне Гидрометүҙәге башлығы.
Йәйге айҙарҙа Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә һауа температураһының нормаға яҡын булыуы фаразлана. Европа биләмәһенең көнсығышында ғына ғәҙәттәгенән йылы була. Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге һәм Уралдағы төньяҡ төбәктәрҙә майҙа һәм июндә яуым-төшөмдөң аҙ, температураның норманан юғары булыуы көтөлә, янғын хәүефе янауы мөмкин.
Июлдә Урал буйында ла температураның норманан юғары булыуы, августа һәм сентябрҙә иһә нормаға яҡын, Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге көньяҡта яуым-төшөмдөң бик аҙ булыуы фаразлана.
http://www.bashinform.ru/news/1133893-kakimi-budut-vesna-i-leto-rosgidromet-predstavil-prognoz-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика