08:40 (UTC+5), 23 Марта 2018

Республика халҡын «Яндекс»тан математика буйынса бөтә Рәсәй контроль эшен яҙырға саҡыралар

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Шәмбе, 24 мартта, «Яндекс» математика буйынса өсөнсө бөтә Рәсәй контроль эше үткәрә. Уны ойоштороусылар әйтеүе буйынса: был контроль эште сисеү өсөн формулаларҙы хәтерләү мотлаҡ түгел – һәйбәт кенә уйлау ҙа етерлек. Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша һәм үҙ белемен тикшереп ҡарай ала, бының өсөн проект сайтында ғына теркәлергә кәрәк.
Эштәрҙе Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә баҫып сығаралар, улар тәүлек дауамында асыҡ була, тип хәбәр итә компанияның матбуғат хеҙмәте. Уларҙы теләһе ҡайһы ваҡытта эшләй башларға мөмкин, әммә бөтә эштәрҙе (10) сисеүгә күбендә бер сәғәт бирелә.
Эшкә әҙерләнеү өсөн күнекмәләргә эшләргә һәм тест вариантын яҙып ҡарарға йәки 2016 йылғы контроль эште сисеп ҡарарға мөмкин.
Былтыр был контроль эштә Өфө 15 миллион-ҡала араһында икенсе һөҙөмтә күрһәтте. Ул саҡта ҡатнашыусыларҙың 27 проценты бишле алды – улар бөтә эштәрҙе лә сисә алды. Тағы ла 17 процентта дүртле булды һәм 26 кеше эште өслөгә яҙҙы.
2016 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы туғыҙынсы урында ине.
http://www.bashinform.ru/news/1133355-zhiteley-bashkirii-priglashayut-napisat-vserossiyskuyu-kontrolnuyu-po-matematike-ot-yandeksa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика