Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.36
+0.09
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2018, 09:15

Рөстәм Хәмитов ҡала һәм муниципалитет башлыҡтарына өлөшсөләрҙең мәсьәләләре менән етди рәүештә шөғөлләнергә ҡушты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, төбәк парламентына Хөкүмәттең уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләре хаҡында отчет биреп, ҡала һәм муниципалитет башлыҡтарына өлөшсөләрҙең мәсьәләләре менән етди рәүештә шөғөлләнергә ҡушты.
- Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Һеҙ был мәсьәләне республикаға ғына йөкмәтмәгеҙ. Был һеҙҙең тема. Һеҙ майҙансыҡтар бирәһегеҙ, документтарға ҡул ҡуяһығыҙ, төҙөүселәр менән эшләйһегеҙ. Һеҙ «ерҙә» нимә барғанын тойомларға тейешһегеҙ, ә кешеләрҙең плакаттар, аслыҡ менән дәғүә белдерә башлауҙарын көтмәҫкә. Былай эш бармай. Кисектермәй был мәсьәлә менән шөғөлләнегеҙ. Эшсе төркөмдәр ойоштороғоҙ, галстуктарығыҙҙы сисеп һалығыҙ, кешеләргә барығыҙ, улар менән аралашығыҙ, ниңә шулай килеп сыҡҡанын аңлатығыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Граждандарыбыҙ сабыр, улар төҙөлөш тамамлауға гарантиялар булһа көтөргә әҙер. Бөгөнгө көнгә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер төркөм етәкселәрҙең бындай осрашыуҙарҙан ҡасыуын күрәм. Беҙҙә Стәрлетамаҡта, Өфө районында, Өфөлә ҡатмарлы хәл. Мин ошо ҡала округтары һәм муниципалитет етәкселәренә шәхсән мөрәжәғәт итәм: алданған өлөшсөләр менән эшләгеҙ.
Был бик ауыр һәм нескә тема, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Бөгөн меңләгән алданған кеше ауыр хәлдә. Уның һүҙҙәренсә, быға торлаҡ баҙарының емерелеүе генә түгел, ә вазифалы кешеләрҙең яуапһыҙлығы ла килтерҙе. Улар теге йәки был объект төҙөлөп бөтмәү ихтималлығының тәүге билдәләре килеп тыуғанда уҡ хәлгә ваҡытында иғтибар итергә тейеш ине.
- Кешеләр бер нимәгә зыян күрҙе. Уларҙы алданылар. Хәйер, төҙөүселәр власты ла, Хөкүмәтте лә алданы. Ә хәҙер шул иҫәптән төҙөүселәр ҙә килеп: «Аҡса бирегеҙ!» тип талап итә. Өс-дүрт йыл элек, ошо төҙөлөштәрҙе уйлағанда һәм граждандарыбыҙҙың аҡсаларын, ғәйәт ҙур ресурстарҙы йәлеп иткәндә ҡайҙа булдың һин? – тине Рөстәм Хәмитов. – Миндә «Миловка паркы» вәкилдәре булды. «Ни өсөн ошо проектҡа барҙығыҙ?» – тип һорайым. «Һуң, Рөстәм Зәки улы, һәр телевизорҙан «Миловка паркы» - ул яҡты киләсәк, унда бөтәһе лә – мәктәп, дауахана, балалар баҡсаһы, юлдар буласаҡ тигән реклама барҙы». Кешеләрҙе алдынылар. 3 миллиард һум йыйып алдылар ҙа, 1 миллиард һумға төҙөнөләр. Минең һорауым бар: ә ҡайҙа тағы 2 миллиард һум? Улар кемдә, кемдең кеҫәһенә инеп ятты? Өфө районы ентекләп, етди һәм даими рәүештә, көн һайын, сәғәт һайын ошо тема менән шөғөлләнергә тейеш.
Һәр объект буйынса файҙаланыуға тапшырыу планы булырға тейеш, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
- Кешеләргә 2020 йыл тураһында һөйләһәк, уларҙың кәйефе бик ныҡ боҙола, шул иҫәптән беҙҙеке лә. Шуға был эште күбеһенсә 2019 йылға тамамларға тырышырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – 2018 һәм 2019 йылдарҙа алданған өлөшсөләр менән бәйле төҙөлөштәрҙе тамамлау йәһәтенән һөҙөмтәле булырға тейеш. Был кешеләр, меңләгән кешеләр. Был ҡайғы. Беләһегеҙме, ҡайһы берҙә чиновниктар транспаранттар тотоп торған кешеләргә «Ярай, берәй нисек әкренләп таралыр әле» тип битараф ҡарай. Таралмаҫ. Әгәр беҙ эшләмәһәк.
http://www.bashinform.ru/news/1133426-rustem-khamitov-poruchil-glavam-gorodov-i-munitsipalitetov-predmetno-zanyatsya-voprosami-dolshchikov/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: