12:45 (UTC+5), 23 Март 2018

Өфөлә Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейының 70 йыллығына махсус почта штемпеле индерелде

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда почта әйләнешенә Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейына арналған яңыртылған махсус штемпель индерелде. Ул Рәсәй Почтаһының Башҡортостан филиалы башланғысы буйынса сығарылды һәм йорт-музейҙың 70 йыллығына арналды.
Келәймәлә Советтар осоронда башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы һуңғы 11 йыл йәшәгән һәм хәҙер унда музей, шулай уҡ «Мәжит Ғафури йорт-музейы» тигән яҙма урынлашҡан йорт һыны төшөрөлгән.
Иҫтәлекле тамғалау музейҙа үтте. Унда Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы, Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, ғилми, мәҙәни аң-белем таратыу һәм мәғариф учреждениелары, Рәсәй Почтаһы һәм төбәк филателистар йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты. Махсус келәймә конверттарға һәм почта карталарына ҡуйылды.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандағы дүрт музейҙың үҙ почта штемпеле бар. Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейынан тыш, ул иһә С.Т. Аксаков мемориаль йорт-музейы, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы һәм Почта музейы. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирының исемен йөрөткән урамда 450076 почта бүлексәһе яңыртылған махсус келәймәнең даими теркәлеү адресы булып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1133604-v-ufe-k-70-letiyu-memorialnogo-doma-muzeya-mazhita-gafuri-vveden-spetsialnyy-pochtovyy-shtempel/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика