09:18 (UTC+5), 22 Марта 2018

Республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса эпидемик сик 31% артҡан

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса эпидемик сиктең 31% артыуы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығынан.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, уҙған аҙнала өлкәндәр араһында сир күрһәткесенең артыуы билдәләнгән. Төбәк идаралығында әйтеүҙәренсә, хәл тотороҡло, уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәр кимәлендә.
Дөйөм алғанда, бер аҙнала илдең 23 субъектында ОРВИ һәм грипп буйынса эпидемик сиктең күтәрелеүе теркәлгән.
Бер аҙнала 10 меңдән ашыу кеше лаборатор тикшереү үткән. Грипп вирустары 65,3% тиклем артҡан, улар араһында В (21,39%) һәм А(H1N1) pdm09 (21,54%) киҙеүе вирустары өҫтөнлөк итә.
Киҙеүгә ҡарамаған вирустар араһында РС-вирустар күберәк (36,9%), парагрипп вирустары – 16,6%, аденовирустар – 16,5%, башҡа вирустар 30% тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1132840-v-bashkirii-epidemporog-po-orvi-prevyshen-na-31/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика