15:41 (UTC+5), 22 Марта 2018

Быйыл Башҡортостан сит илдә йәшәгән 60 табипты ҡабул итергә әҙер

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Быйыл Башҡортостан сит илдә йәшәгән 60 ватандаш табипты ҡабул итергә әҙер. Республикала раҫланған махсус ярҙамсы программаға ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм медицина һөнәре буйына уҡып йөрөгән студенттарҙы Башҡортостанға ҡайтарыу күҙаллана. Шул рәүешле хеҙмәт ресурстарына ҡытлыҡты бөтөрөргә һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә сифатлы составты яҡшыртырға ниәтләйҙәр. Кисә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ярҙамсы программа сараларын ғәмәлгә ашырыу буйынса эшсе төркөмдөң тәүге ултырышы үтте.
Республикала күскенселәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының нормаль йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә, уларҙы илебеҙ йәмғиәтенә яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы ҡаралған. Тыуған иленә ҡайтырға ҡарар иткәндәгәр эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирелә, социаль ярҙам саралары, медицина һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтелә. Шулай уҡ күскенселәрҙең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын ойошторған, йәки крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары асырға хәл иткән ғаилә ағзаларына ла ярҙам ҡаралған.
«Сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы үҙ ирке менән Башҡортостанға ҡайтарыуға булышлыҡ итеү» ярҙамсы программаһы сараларын бойомға ашырыу йыл һайын республика биләмәһенә 60 белгесте һәм уларҙың 120 ғаилә ағзаһын күсерергә мөмкинлек бирергә тейеш. Ошо маҡсатта йыл һайын республика ҡаҙнаһынан — 2,2 миллион һум, федераль бюджеттан тағы ярты миллион һум финанслау ҡаралған. Программа 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1132941-v-etom-godu-bashkiriya-gotova-prinyat-60-medikov-sootechestvennikov-prozhivayushchikh-za-rubezhom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика