05:25 (UTC+5), 21 Март 2018

Рөстәм Хәмитов «Миловка паркы» өлөшсөләре вәкиле менән осрашты

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Граждандарҙы ҡабул итеү барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Миловка паркы» өлөшсөләренең инициативалы төркөмө вәкиле Ильвира Куликова менән осрашты. Ул торлаҡ комплексы төҙөлөшөн яңыртыу өсөн саралар ҡабул итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
Әлеге ваҡытта 350-гә яҡын фатирға күсенгәндәр, әммә кешеләр асылда иһә төҙөлөш майҙансығында йәшәй, тип һөйләне ул. Коммуникациялар, инфраструктура юҡ, сүп-сарҙы сығарыу ойошторолмаған, хатта кәрәҙле элемтә лә юҡ.
Быйыл ғинуар айында 10-сы кварталдағы өс йорт буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре яңынан башланды. Торлаҡ комплексы объекттарын яңы төҙөүсе ҡатнашлығында төҙөп бөтөү күҙаллана. Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты өлөшсөләр менән тығыҙ эш итә, уларға эш барышы һәм килеп сыҡҡан хәлдән сығыу юлдары хаҡында мәғлүмәт бирә.
Вице-премьер – Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе Андрей Труханов менән телефон аша һөйләшеп, Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне хәл итеү ваҡытын тикшерҙе. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, март аҙағында тейешле «юл картаһы» тәҡдим ителәсәк. 2018 йылда уҡ биш-алты яңы йорт төҙөй башлау, ә 2020 йылда нигеҙҙә проектты тормошҡа ашырыуҙы тамамлау күҙаллана.
- Ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын ла эшләрбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Төбәк Башлығы комплекс инфраструктураһын үҫтереү буйынса пландар тураһында һөйләне. Биҫтәлә заманса мәктәп төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән дә инде. Һуңынан бында балалар баҡсаһы ла буласаҡ. Ильвира Куликова һүҙҙәренсә, быйыл «Миловка паркы»нда йәшәүсе 82 бала мәктәпкә бара. Шуның менән бәйле мәктәп автобусы эшен ойоштороу, шулай уҡ төҙөлөш комплексы Өфө районына ҡарағанға күрә, Өфөнөң Дим районындағы мәктәптәргә йөрөтөү менән бәйле мәсьәләне хәл итеү кәрәклеге килеп тыуа.
Әңгәмә йомғаҡтары буйынса республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Өфө районы хакимиәтенә «Миловка паркы» төҙөлөшөн яңынан башлап ебәреү һәм инфраструктураны үҫтереү менән бәйле бөтә һорауҙарҙы контролгә алырға йөкләмә бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1132274-rustem-khamitov-vstretilsya-s-predstavitelnitsey-dolshchikov-milovskogo-parka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика