11:07 (UTC+5), 21 Марта 2018

Башҡортостан халҡы бушлай флюорография үтә ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 24 март - Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө алдынан Башҡортостан халҡы бушлай тикшереү үтә ала. Республика ҡалаларында 23 һәм 24 мартта күсмә флюорография комплекстары асыла.
Өфөлә шәмбе, 24 мартта, Цюрупа урамы, 97 адресы буйынса тикшереү үтергә мөмкин. Эш ваҡыты - иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем.
Стәрлетамаҡта иһә белгестәр бушлай тикшереүҙе иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем ойоштора. Адресы: Социалистик урамы, 15.
Сибайҙа күсмә флюорография комплексы йәкшәмбе баҙары майҙанында эшләй. Адресы: Матросов урамы, 4. Ҡабул итеү 25 мартта иртәнге сәғәт 9-ҙан 4-кә тиклем бара.
Бынан тыш, 21 марттан 25-енә тиклем Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың амбулатория бүлексәләрендә (Өфөлә Белоретта, Бөрөлә, Ишембайҙа, Күмертауҙа, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Приют ҡасабаһында, шулай уҡ Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа) Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Республиканың баш ҡалаһында табиптар Цюрупа урамы, 100/1, Октябрь проспекты, 155 адрестары буйынса консультация бирергә әҙер.
Туберкулезға ҡаршы көрәш көнө халыҡҡа ошо хәүефле йоғошло сирҙе иҫкәртеү алымдары тураһында еткереүгә йүнәлтелгән. Иң ябай һаҡланыу саралары — вакцинация, ваҡытында тикшерелеү, табиптарға мөрәжәғәт итеү, сәләмәт тормош алып барыу.
15 йәштән башлап һәр кем йыл һайын флюорография үтергә тейеш. Ул организмда туберкулездың булыу-булмауынан тыш, башҡа хәүефле, шул иҫәптән онкология сирҙәрен дә асыҡларға ярҙам итә. Тикшереүҙе йәшәгән йәки ваҡытлыса беркетелгән урын буйынса поликлиникала бушлай үтергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1132483-zhiteli-bashkirii-smogut-besplatno-proyti-flyuorografiyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика