06:10 (UTC+5), 20 Марта 2018

Башҡортостанда йәшәгән ир ике йыл «игеҙәгенең» бурысын түләй

видео стоп-кадры
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда 51 йәшлек ир ике йыл дауамында бурыслы булмауын иҫбатларға тырыша. 2016 йылдан Благовещен ҡалаһында йәшәгән Сергей Никитиндың иҫәбенән ай һайын туғыҙар мең һум алып торалар, ә уның эш хаҡы — 16 мең һум. Баҡтиһәң, Сергей Никитин дәүләт алдында бөтөнләй икенсе кешенең бурысы өсөн түләй икән.
Сергей Николаевич Никитындың Волгоград эргәһендә аҙашы йәшәүе асыҡланған, «игеҙәктәрҙең» хатта тыуған көндәре лә тап килә.
«Йыл ярым суд приставтары хеҙмәте аша мин түгел, Волгоград өлкәһендәге аҙашымдың бурыслы булыуын иҫбатларға тырышам, — тип һөйләне Благовещендан Сергей Никитин. — Ҡурҡыныс төштәр күрә башланым: йәнәһе лә бурыстар өсөн йортомдо тартып алалар».
Яңыраҡ Башҡортостанда йәшәгән Сергей Никитинға уның иҫәптәренән бөтә сикләүҙәр алыныуы хаҡында хат килгән. Әммә приставтар был процедураны Волгоградтағы аҙашының иҫәптәре менән эшләгән.
http://www.bashinform.ru/news/1131715-zhitel-bashkirii-dva-goda-platit-za-dolgi-dvoynika/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика