11:15 (UTC+5), 18 Марта 2018

Республика халҡын Өфө аэропортына экскурсияға саҡыралар

Өфө аэропорты
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты хакимиәте Башҡортостан халҡын экскурсияға саҡыра, унда йәйге майҙанға сығыу ҡаралған. Ул йәкшәмбе, 25 мартта, була. Экскурсияла ҡатнашыусылар аэропорттың нисек эшләгәнен, самолеттарҙың нисек осоп киткәнен һәм ултырғанын, һауа судноларын нисек хеҙмәтләндергәндәрен күрә ала.
Бер нисә ябай шартты үтәп, аэропорт буйынса турға шәхси саҡырыу алырға мөмкин:
- «Өфө» аэропортының «Бәйләнештә»ге төркөмөндә яҙылыусы булырға;
- «Өфө» аэропортынан отпускка осоуыңды хәтергә төшөрөргә;
- сәфәр тарихы менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашырға;
- яҙмала @airportufa тигән һүҙҙе билдәләргә;
- хатҡа #airportufa #аэропортуфа #дорогавлетоизуфы тигән яҙыуҙарҙы ҡуйырға.
Иң яҡшы яҙма авторҙары аэропортҡа онотолмаҫлыҡ экскурсияға саҡырыу аласаҡ. Саҡырылғандарҙың исемдәре 22 мартта билдәле була.
«Өфө» аэропорты сәбәбен аңлатмайынса экскурсияла ҡатнаштырыуҙан баш тартыу хоҡуғына эйә. Бөтә экскурсияла ҡатнашыусылар менән мотлаҡ рәүештә бәйләнешкә инәләр. Экскурсияла биш йәштән оло балалар ҡатнаша ала. Бәлиғ булмағандарға өлкәндәр оҙатыуында (бер бала – бер өлкән кеше) рөхсәт ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1129224-zhiteley-bashkirii-priglashayut-na-ekskursiyu-v-aeroport-ufy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика