17:35 (UTC+5), 18 Марта 2018

Мексиканан халыҡ-ара эксперт Өфөләге һайлау участкаларының эшен баһаланы

Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә 18 мартта Мексиканан халыҡ-ара эксперт, Мехико ҡалаһының конгресс башлығы аппараты етәксеһе Рауль Торрэс булды. Журналистар менән әңгәмәлә ул республиканың баш ҡалаһындағы биш һайлау участкаһында булғанын хәбәр итте.
«Участкаларға йәш кешеләрҙең, балалары менән ата-әсәләрҙең, пенсионерҙарҙың тауыш бирергә килгәнен күрҙем. Бер ниндәй ҡағиҙә боҙоу асыҡланманы. Бөтәһе лә һәйбәт. Тик һауа торошо ғына бер аҙ кәйефте боҙҙо», — тине халыҡ-ара эксперт.
Рәсәйҙәге һайлауҙар Мексикалағынан нимәһе менән айырыла тигән һорауға ул техник өлкәне билдәләне.
«Һеҙҙә тауыштарҙы һанаған электрон машиналар (КОИБ – һайлауҙарҙа һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләү өсөн электрон ҡоролма) бар. Улар тиҙ генә тауыштарҙы һанай һәм шуның менән һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итә».
http://www.bashinform.ru/news/1130476-mezhdunarodnyy-ekspert-iz-meksiki-otsenil-rabotu-izbiratelnykh-uchastkov-ufy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика