18:05 (UTC+5), 18 Марта 2018

Өфөнән арт-кондитер Ольга Носкова журналистарға һайлауҙар эмблемаһы менән торттар бүләк итте

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреү көнө алдынан һайлауҙар эмблемаһы менән торт бешергән Өфөнән арт-кондитер Ольга Носкова 18 мартта кулинария «батырлығын» ҡабатланы. Ольга йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эшләүсе журналистарға һәм блогерҙарға туғыҙ торт бүләк итте.
Уҙған көндәрҙә Өфө ҡыҙы Instagram-дағы сәхифәһендә Рәсәй флагы төҫтәрендә шәкәр шәрбәте менән ҡапланған мяталы мусс менән ҡурай еләге бисквитлы торт фотоһын ҡуйҙы.
«Рәсәй Президентын һайлауға әҙерләнәм, мотлаҡ рәүештә тауыш бирергә барам!» — тип хәбәр итте кондитер яҙылыусыларына. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ольга Носкованың блогына 570 меңгә яҡын кеше яҙылған.
http://www.bashinform.ru/news/1130925-ufimskiy-art-konditer-olga-noskova-podarila-zhurnalistam-torty-s-emblemoy-vyborov/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика