06:20 (UTC+5), 16 Март 2018

«Яҡтыкүл» шифаханаһы йәйге ял өсөн иң популяр 10 курорт исемлегенә ингән

автор
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Яҡтыкүл» шифаханаһы 2018 йылда йәйге ял өсөн иң популяр 10 курорт исемлегенә ингән. Ошондай мәғлүмәттәрҙе Рәсәйҙәге Tvil.ru торлаҡ бронләү сервисы баҫып сығарған. Рейтингка Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттар инмәгән.
Tvil.ru мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан шифаханаһы етенсе урында тора. Туристар Яҡтыкүл буйында йәйге ялды уртаса 10 төнгә бронләй һәм йәшәү өсөн тәүлегенә 3,7 мең һум түләй.
Рейтинг 2018 йылдың 1 июненән 31 авгусына ҡәҙәр йәшәү өсөн отелдәр, фатирҙар һәм йорттар бронләү анализы һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән.
2018 йылда йәйгеһен ял итеү өсөн Рәсәйҙәге иң билдәле 10 курортҡа иртә брондәр һөҙөмтәһе буйынса Ставрополь крайында Кисловодск һәм Пятигорск, Ырымбур өлкәһендә Соль-Илецк, Ростов өлкәһендә Таганрог, Тверь өлкәһендә Селигер күле буйындағы Осташков, Калининград өлкәһендә Зеленоградск курорты, Башҡортостанда Яҡтыкүл, Иркутск өлкәһендә Байкал буйындағы Листвянка, Карелияла Онегалағы Медвежьегорск һәм Алтайҙа Катунь йылғаһы буйында Манжерок ингән.
http://www.bashinform.ru/news/1129050-sanatoriy-yakty-kul-voshel-v-top-10-samykh-populyarnykh-dlya-letnego-otdykha/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика