09:40 (UTC+5), 16 Март 2018

Лилиә Ғүмәрова ауыл мәктәптәре яҡлы сығыш яһаны

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәтнамәһендәге мөһим мәлдәрҙең береһе ауылда социаль өлкә объекттарын нигеҙһеҙ оптималләштереүҙән баш тартыу булды», — тип белдерҙе Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы коллегияһы ултырышында Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
«Ауылда мәктәпте, уҡытыусыны һаҡлап ҡалыу йыш ҡына автобус, юл өсөн түләүгә ҡарағанда ла мөһимерәк. Мәктәп булмаһа – ауыл да булмай. Был хаҡта күп, ҙур әрнеү менән айырыуса ауыл биләмәләренән төбәк вәкилдәре һөйләй», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандан сенатор.
Шулай уҡ, ағымдағы йылдың 5 апрелендә Федерация Советында парламент тыңлауҙары үткәреү күҙаллана, тип хәбәр итте ул. Унда ауылда аҙ комплектлы мәктәптәрҙең эше, сифатлы белем алыу асыҡлығы, уҡытыусылар кадрҙары менән тәьмин ителгәнлек, юл селтәрҙәренең торошо, балаларға өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереү, һәләтле балалар менән эш итеү кеүек бер төркөм проблемалы мәсьәләләр комплексы ҡараласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1128675-liliya-gumerova-vystupila-v-podderzhku-selskikh-shkol/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика