11:43 (UTC+5), 16 Марта 2018

Өфөлә бер ҡатындың балаһы үле тыуған

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты Өфө поликлиникаларының береһендә эшләгән 71 йәшлек акушер-гинекологҡа ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Ул «үҙенең һөнәри бурыстарын тейешенсә үтәмәү һөҙөмтәһендә кешенең һаулығына ауыр зыян килтереү» статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылдың авгусынан 2014 йылдың мартына тиклем 28 йәшлек ҡатын йәшәгән урыны буйынса поликлиникала акушер-гинекологта йөклөлөк буйынса иҫәптә торған. Медик йөклөлөк патологияһына хәүеф янауын баһалап еткермәгән һәм пациентты стационарҙа дауаланыуға ебәрмәгән. Табиптың үҙ эшенә һалҡын ҡарауы арҡаһында ҡатын үле бала тапҡан. Яралғының муйынына кендек бауы уралған булған.
Хәҙер эш тикшереү өсөн судҡа ебәрелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1129172-zhitelnitsa-ufy-rodila-mertvogo-rebenka-akusher-ginekolog-poydet-pod-sud/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика