Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2018, 09:35

Рөстәм Хәмитов «Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазиндың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республика хөкүмәте ағзалары бик иртә арабыҙҙан китеп барған Башҡортостан телевидениеһы дикторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың туғандарына һәм яҡындарына ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. «Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазин 13 мартта ҡапыл ғына донъя ҡуйҙы. Уға 59 йәш ине.
Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1959 йылдың 6 февралендә Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң 1986 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына ижади конкурсты уңышлы үтеп, радиотапшырыуҙар студияһына диктор вазифаһына эшкә ҡабул ителә. Шунан алып, уның бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге республика радиоһы һәм телевидениеһы менән бәйле була.
«Үҙенсәлекле тауыш, юғары башҡарыу оҫталығы, башҡорт телен тәрән белеү, журналист оҫталығы Әхәт Мортазинға иң популяр, телевидение һәм радиотапшырыуҙарының яратҡан алып барыусыларының береһе булыу мөмкинлеге бирҙе. Ул тура эфирҙа мәғлүмәт тапшырыуҙарын оҫта алып барыу, башҡорт телендә нәфис таҫмаларҙы һәм йәнһүрәттәрҙе тауышландырыу, радио һәм телепостановкаларҙа төрлө пландағы, шул иҫәптән Салауат Юлаев, Аҡмулла, Зәки вәлиди, Миңлеғәли Шайморатов һәм башҡа күренекле шәхестәрҙе башҡарыу һәләтенә эйә булды. Уның тауышы менән Мостай Кәримдең, Рәми Ғариповтың, башҡа бик күп башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының әҫәрҙәре яҙылған, — тип билдәләнгән хатта. — Әхәт Мортазиндың ижади эшмәкәрлегендә тағы лә бер ҡыр – режиссер, шулай уҡ документаль һәм публицистик тапшырыуҙар алып барыусы сифатындағы эш. Уларҙың күбеһе республиканың «алтын телерадиофондын» тулыландыра һәм Башҡортостанды Рәсәй радиостанциялары эфирында лайыҡлы таныта. Әхәт Мотаһар улы республика кимәлендәге бик күп сараларҙы алып барҙы, коллективтың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашты, оҙаҡ йылдар радиотапшырыуҙар студияһының профсоюз комитетын етәкләне, йәш һөнәрҙәштәре өсөн тәрән аҡыллы һәм хәстәрлекле остаз булды, лайыҡлы абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды.
Күп йылдар дауамында намыҫлы һәм һөҙөмтәле эшләгәне, башҡорт телен, республика мәҙәниәтен һәм сәнғәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Әхәт Мортазин «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән дәрәжәле исем бирелде.
Юғары кимәлдәге професиионал һәм иҫ киткес шәп кеше – Мортазин Әхәт Мотаһар улы тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ», — тиелә рәсми некрологта.
Мәрхүм менән хушлашыу 15 мартта иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 34 адресы буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры бинаһында үтә.
http://www.bashinform.ru/news/1128341-rustem-khamitov-vyrazil-soboleznovanie-rodnym-zolotogo-golosa-bashkortostana-akhata-murtazina/
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: