03:30 (UTC+5), 14 Марта 2018

Өфөлә «Башҡортостандың иң гүзәл студенты-2018» III республика матурлыҡ конкурсы үтә

vk.com-да группа «Башҡортостандың иң гүзәл студенты» төркөмө
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөлә өсөнсөгә «Башҡортостандың иң гүзәл студенты-2018» республика матурлыҡ конкурсы үтә. Проектта ҡатнашыуға юғары һәм урта махсус белем биреү йорттары студенттары саҡырыла.
Бәйгелә Башҡортостандың юғары йәки урта махсус белем биреү йортонда белем алыусы,16-25 йәштәге буйы 165 сантиметрҙан кәм булмаған, кейәүгә сыҡмаған, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барған һәм социаль әүҙем булған ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Ғаризалар «Башҡортостандың иң гүзәл студенты» билдәһе менән missbashkortostan@mail.ru тигән рәсми почтаға ҡабул ителә. Хатта фамилияңды, исемеңде, атайыңдың исемен, юғары уҡыу йортон, йәште, буйыңды, телефон һандарын яҙырға һәм бер нисә яҡшы фото беркетергә кәрәк.
«Башҡортостандың иң гүзәл студенты-2018» конкурсының ғәйәт ҙур финалы Өфөлә 25 апрелдә Башҡорт драма театрында була. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр һәм студенттарҙың ҙур-ҙур сараларында ҡатнашыу мөмкинлеге көтә.
«Башҡортостандың иң гүзәл студенты» исеменә дәғүәселәрҙән ғаризалар 4 апрелгәсә ҡабул ителә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына проект кураторы Луиза Зәкирйәнова.
http://www.bashinform.ru/news/1127474-v-ufe-proydet-iii-respublikanskiy-konkurs-krasoty-miss-studenchestvo-bashkortostana-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика