12:02 (UTC+5), 14 Марта 2018

Өфөлә «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы — балалар күҙлегенән» баҫмаһының исем туйы уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөлә «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы — балалар күҙлегенән» баҫмаһы донъя күрҙе. Бөгөн, 14 мартта, республика Хөкүмәтендә Башҡортостандың ойошторолоуына 100 тулыу уңайынан баҫылып сыҡҡан йыйынтыҡтың исем туйы үтте.
Республикалағы Төп закондың һүрәттәр менән биҙәлгән балалар версияһы 2016 йылғы уҡыу йылы башында Башҡортостандың Конституция суды уҙғарған балалар һүрәте конкурсы йомғаҡтары буйынса әҙерләнгән. Унда республика Конституцияһының туғыҙ бүлеген һәм 80-дән ашыу статьяһын һүрәтләгән 212 рәсем (180 биттә) тупланған. Статьяларҙың һәр береһе рус һәм башҡорт телдәрендә бирелгән.
Конституция суды тарихында бындай конкурс тәүге тапҡыр уҙғарылды һәм шунда уҡ ҙур резонанс тыуҙырҙы. Бәйгегә 44 райондан һәм туғыҙ ҡаланан 1600-ҙән ашыу рәсем ебәрелде. Унда балалар баҡсаларынан, мәктәптәрҙән, башҡа мәғариф учреждениеларынан тыш, республикалағы бөтә социаль приюттар ҡатнашты.
Башҡортостандың Конституция суды рәйесе Зөфәр Еникеев конкурстың юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Жюри составында республиканың Конституция суды судьялары, Башҡортостандағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре эшләне.
«Китап биш мең данала донъя күрҙе. Тәүге сығарылыштарҙы һүрәт авторҙарына ебәрҙек тә инде. Ҡалған тираж ғаризаларға ярашлы балалар учреждениеларына һәм китапханаларға таратыла. Йыйынтыҡ республика ҡаҙнаһы иҫәбенә нәшер ителгәнлектән, һатыуға сығарылмай», — тине Башҡортостандың Конституция суды башлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1128095-v-ufe-prezentovali-illyustrirovannoe-izdanie-konstitutsiya-respubliki-bashkortostan-glazami-detey/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика