12:00 (UTC+5), 14 Март 2018

Башҡорт дәүләт педагогия университетында Ғәрәп теле үҙәге асылды

БДПУ
БДПУ
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Ғәрәп теле үҙәге асылды. Үҙәк Башҡорт дәүләт педагогия университетының Ресурс үҙәге һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты өлөшө булараҡ башҡорт филологияһы факультеты нигеҙендә ойошторолдо. Үҙәкте асыу тантанаһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов, педагогия университеты проректорҙары һәм уҡытыусылар, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, республиканың Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, конференц-элемтә режимында сарала Ҡазан федераль университеты ҡарамағындағы «Әл-Хадара» ғәрәп мәҙәниәт үҙәге директоры, профессор Мөхәммәд Сәлех Әл-Аммари ҡатнашты.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин Үҙәк бөтә ғәрәп теле белгестәре һәм уны үҙ итеүселәр өсөн туған өйгә әйләнер, Үҙәк эшмәкәрлеге перспективалы һәм һөҙөмтәле булыр тигән ышаныс белдереп, уны асыуға өлөш индергән һәм ярҙам иткәндәргә рәхмәт әйтте. Сара модераторы, Башҡорт дәүләт педагогия университетының Дини именлек һәм дини белемде үҫтереү ғилми-тикшеренеү институты директоры Данийәр Абдрахманов билдәләүенсә, Үҙәк ғәрәп телен уҡытыу һәм өйрәнеүҙә алдынғы педагогик һәм ғилми-методик технологиялар әҙерләү һәм һынау өсөн яҡшы майҙансыҡ буласаҡ. Ә ул, үҙ сиратында, Рәсәй Мәғәриф һәм фән министрлығының федераль программаһы сиктәрендә ислам тарихын һәм мәҙәниәтен төплө белгән белгестәр әҙерләү сифатын камиллаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Үҙәкте йыһазландырыуҙа нәҡ ошо ресурстар ҡулланылған.
«Ғәрәп теле үҙәгенең эшмәкәрлеге өр-яңы ҡорамалдар файҙаланып, студенттарға махсус уҡыу программалары буйынса ғәрәп телен уҡытыуҙы төрлө яҡлы үҫтерергә булышлыҡ итәсәк», — тип билдәләне Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова. Үҙәк асыу тантанаһында сығыш яһаусы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов Үҙәк асыу идеяһын хупланы һәм ислам, педагогия вуздарының ғәрәп теле буйынса белгестәрҙең һөҙөмтәле хеҙмәттәшлегенә әҙер булыуын белдерҙе.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетында ғәрәп телен өйрәнеүсе студенттар ҡунаҡтарҙы Ғәрәп теле үҙәге, ғәрәп каллиграфияһы техникаһы, китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы, ғәрәп телен өйрәнеүҙә заманса технологиялар файҙаланыу тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта, Үҙәк махсус ғәрәп телен уҡытыу алымдары буйынса дәреслектәр әҙерләү һәм китап сығарыу менән шөғөлләнәсәк.
Шул уҡ көндө республика вуздарынан һәм ғилми учреждениеларҙан ғәрәп теле һәм мәҙәниәте буйынса алдынғы белгестәр ҡатнашлығында «Ғәрәп телен уҡытыуҙа һәм өйрәнеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр» методологик семинары үтте.
http://www.bashinform.ru/news/1127884-v-bashkirskom-pedagogicheskom-universitete-otkrylsya-tsentr-arabskogo-yazyka/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика