10:25 (UTC+5), 14 Марта 2018

Ауылға эшкә ҡайтҡан юғары белемле йәш белгестәргә түләүҙәр биш тапҡырға артты – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлап, ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр, элекке йылдар менән сағыштырғанда, биш тапҡырға арттырылды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә барған Агросәнәғәт форумының пленар ултырышында ошо турала белдерҙе.
– Күреүебеҙсә, халыҡтың күсенеүе һөҙөмтәһендә ауыл хужалығында белгестәргә ҡытлыҡ бар. Беҙ төрлө ярҙам сараларын файҙаланып, йәштәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Атап әйткәндә, ауылға эшкә килгән юғары белемле белгестәргә – 500 мең, урта һөнәри белемгә эйә булғандарға 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнде. Был 2015-2016 йылдар менән сағыштырғанда биш тапҡырға күберәк. Беҙҙә ошо маҡсатҡа 70 миллион һум самаһы аҡса һалынған.
Республика башлығы вуздарҙа студенттар өсөн һөнәрҙәр исемлеген заманса талаптарға ярашлы яңыртыуҙың мөһимлеген билдәләне.
– Ауыл хужалығында һөнәрҙәр йыйылмаһы составы үҙгәрәсәген аңлайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, робот техникаһы, һанлы системаға күсеү күҙаллана. Беҙ бөтөнләй икенсе кимәлдәге – заманса, белемле белгестәр кәрәк буласағын күрәбеҙ. Ресурстарҙы ошондай белгестәр әҙерләүгә йүнәлтәбеҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1127914-vyplaty-vypusknikam-vuzov-priezzhayushchim-rabotat-na-selo-vyrosli-v-pyat-raz-rustem-khamitov/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика