07:10 (UTC+5), 13 Марта 2018

Төбәк уҡыусылары өсөн поезда юл хаҡы ике тапҡыр арзаная

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Йәйге каникулдар мәлендә 10-17 йәштәге балалар поездарҙа 50 процент ташлама менән сәйәхәт итә ала. Билеттар һатыла башлаған да инде.
Рәсәй тимер юлдарының матбуғат хеҙмәте аңлатыуынса, сара 1 июндән 31 авгусҡа ҡәҙәр «халыҡтың транспортта йөрөү уңайлығын арттырыу һәм эске туризмды күтәреү өсөн» индерелә.
Ташлама тиҙ йөрөүсе һәм үтә тиҙ йөрөүсе поездарҙан тыш, плацкарт, дөйөм вагондарға, ултырыу урындары менән вагондарға, шулай уҡ алыҫ барған электр поездарҙың 2-се һәм 3-сө класс вагондарға билет һатып алғанда бирелә.
Транзит буйынса барған поездарҙа ташлама Рәсәй биләмәһе буйынса эшләнә. Сит ил ташыусылары поездарына ташлама Рәсәй биләмәһе буйынса тариф өлөшөнән сығып иҫәпләнә.
Ташлама «Тулы» тигән тарифты һәм балаларҙың тейешле йәше хаҡында мәғлүмәтте белдергәндә автоматик рәүештә эшләнә. Баланың йәше сәфәр башланыр көнөнә ҡарата билдәләнә.
Бынан тыш, 10-17 йәштәге уҡыусылар өсөн 25 майҙан 1 июнгә тиклем һәм 25 августан 1 сентябргә ҡәҙәр купе вагондарҙа йөрөүгә 50 процент күләмендә ташлама бирелә.
http://www.bashinform.ru/news/1127305-dlya-shkolnikov-bashkirii-proezd-po-zheleznoy-doroge-podesheveet-v-dva-raza/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика