08:45 (UTC+5), 12 Марта 2018

Республикала ясле төҙөү буйынса программа ҡабул ителгән – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йәш ярымдан өс йәшкәсә балалар өсөн ясле төҙөү буйынса программа ғәмәлгә ашырыла башлай. Ошо хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов профессияларында уңышҡа өлгәшкән төбәк вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе.
- Беҙ күп төҙөйбөҙ. Бөгөн балалар баҡсалары түгел, ә ясле һалыу менән бәйле проблемалы участкаларҙы ябырға тырышабыҙ. Беҙҙә тейешле программа ҡабул ителгән, алдағы ике-өс йылда йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларҙы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән байтаҡ мәктәпкәсә балалар учреждениеһы төҙөләсәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был балаларына өс йәш тулғансы өйҙә ултырырға мәжбүр булған әсәләрҙең, ғаиләләрҙең йөгөн нисектәр кәметеү өсөн киләһе ҙур аҙым.
Алдағы ике-өс йылда был мәсьәләне нигеҙҙә хәл итергә тейешбеҙ.
Ясле төҙөү буйынса ҡарарҙың әһәмиәте хаҡында һөйләп, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова миҫалға бала ҡарау буйынса үҙәктәр ойошторған Башҡорт дәүләт педагогия университетын һәм Республика кардиология диспансерын килтерҙе. Бындай эш тәжрибәһе менән Республика кардиология диспансеры директоры Ирина Николаева уртаҡлашты. Ул әлене мәлдә ваҡытлыса булыу төркөмөнә ясле һәм кесе мәктәпкәсә йәштәге балалар йөрөгәнен һөйләне.
http://www.bashinform.ru/news/1126410-v-respublike-prinyata-programma-po-stroitelstvu-yasley-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика