10:33 (UTC+5), 12 Март 2018

Республикала Байыҡ Айҙар исемендәге сәсәндәр бәйгеһе ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 марттан 1 июнгә тиклем Башҡортостанда Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһе ойошторола. Фестивалдә сәсәндәр – героик эпос башҡарыусылар һәм халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының башҡа жанрында (эпос, ҡобайырҙар, иртәктәр, бәйеттәр, йырҙар) ижад итеүселәр ҡатнаша ала. Башҡарыусыларҙың йәше сикләнмәй.
Конкурс «Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе-2018» төркөмөндә ике этапта уҙа. Тәүгеһендә ҡатнашыусылар бирелгән тема буйынса үҙҙәре яҙған әҫәрҙәрен тәҡдим итә.
Ҡатнашыусыларҙы ғалимдар, яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, халыҡ ижады белгестәре ингән жюри баһалай. Иң күп тауыш йыйған ҡатнашыусылар икенсе этапҡа үтә.
Конкурсҡа атай-олатайҙарҙарҙан ҡалған әҫәрҙәр ҙә ҡабул ителә. Был эштәр айырым номинацияла бүләкләнә.
Иң ҡыҙыҡлы һәм актуаль эштәр «Шоңҡар» журналы биттәрендә донъя күрә.
12 июндә Башҡортостан Башлығы грантын алған «Торатау итәгендә Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивале барышында еңеүселәрҙе бүләкләү ҡаралған.
Байыҡ сәсән (1710-1814) — күренекле башҡорт сәсәне, шағир-импровизатор, ҡобайырҙар авторы.
Ойоштороусылар: Республика халыҡ ижады үҙәге, «Шоңҡар» журналы, Башҡортостандың Сәсәндәр үҙәге.
http://www.bashinform.ru/news/1126614-v-bashkortostane-provoditsya-konkurs-skaziteley-imeni-sesena-baika-aydara/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика