13:20 (UTC+5), 12 Март 2018

2018 йылда республикала «Башҡортостан лидерҙары» конкурсы үткәрелә – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Төбәк башлығы республика Хөкүмәтенә йәш уңышлы идарасылар араһында «Башҡортостан лидерҙары» конкурсын әҙерләргә һәм уҙғарырға йөкләмә бирҙе. Был хаҡта Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Иҡтисад үҫеш министрлығы коллегияһының Благовещен ҡалаһында үткән күсмә ултырышында хәбәр итте.
«Яңыраҡ «Рәсәй лидерҙары» бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Мин республикабыҙҙа «Башҡортостан лидерҙары» проектын бойомға ашырырға, һәләтле, компетентлы йәш идарасыларҙы асыҡларға һәм уларға ярҙам итергә ҡуштым, – тине Башҡортостан Башлығы. – Әле ошо йәһәттән документтар әҙерләнә. Быйыл ошондай конкурс уҙғарырбыҙ тип уйлайым».
Өҫтәүенә, республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Мәғариф министрлығы һәм Хөкүмәт йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге алымдарҙы яңынан ҡарап сығырға һәм өмөтлө егет-ҡыҙҙарҙы Башҡортостанда ҡалдырырға булышлыҡ итергә – юғары уҡыу йорттарын нығытырға, заманса эш урындары булдырырға, мотивация системаһын төҙөргә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1126568-v-2018-godu-v-respublike-proydyet-konkurs-lidery-bashkortostana-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика