07:21 (UTC+5), 07 Марта 2018

Өйҙәге төп эште әле һаман да ҡатын-ҡыҙҙар башҡара – тикшереү

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өйҙәге төп эште әүәлгесә ҡатын-ҡыҙҙар башҡара, ир-егеттәрҙең бурысы сүп-сар сығарыуға (47%) һәм автомобилде хеҙмәтләндереүгә (81%) ҡайтып ҡала. «Ромир» холдингы мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.
«Рәсәй ғаиләләрендә өйҙәге төп эште әүәлгесә ҡатын-ҡыҙ башҡара. Ир кеше ярҙам итһә лә, хужабикәнең мәшәҡәттәре бөтмәй» – тип хәбәр итә «РИА Новости».
Һөҙөмтәләргә ярашлы, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының 74% — кер йыуыу, 76% кер үтекләү өсөн яуап бирә. Ғаиләләрҙең 52% — аш-һыу әҙерләү, 45% өй йыйыштырыу ҙа ҡатын-ҡыҙ елкәһендә.
Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәре менән бергә балалар тәрбиәләүҙә (71%), аҙыҡ-түлек һатып алыуҙа (65%), һауыт-һаба йыуыуҙа (50%), өй йыйыштырыуҙа (47%) һәм йорт хайуандарын тәрбиәләүҙә (40%) ҡатнаша.
Өҫтәүенә ирҙәр 3% осраҡта ғына — аш-һыу әҙерләүгә, 6% һауыт-һаба йыуыуға яуап бирә. Көслө зат вәкилдәренең 3-4 % ғына фатирҙы йыйыштырыу, кер йыуыу һәм үтекләү менән шөғөлләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика