07:50 (UTC+5), 07 Марта 2018

«Кванториумдар» төҙөү буйынса программа уңышлы эшләй – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Благовещен районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов СИБУР ярҙамында асылған «Кванториум» балалар технопаркында булды.
«Наноквантум» һәм «Hi-tech цех» майҙансыҡтарында уҡыусылар инженер прототип яһауҙы, лазер һәм аддитив технологияларҙы үҙләштерә, микро һәм нано кимәлдәге материалдарҙы өйрәнә, модель яһау һәм нефть химияһында реаль етештереү бурыстарын хәл итеү менән шөғөлләнә.
Балалар өсөн виртуаль китапхана, 3D-кинотеатр һәм ысынбарлыҡ менән байытылған аттракцион менән мультимедия киңлек ойошторолған. «Завод төҙөү», «Лаборатория» һәм «Йәшел зона» йүнәлештәренән торған «Һөнәрҙәр ҡалаһы» асылған. Бында ҡыҙҙар һәм малайҙар ысын производстволар төҙөү нигеҙе хаҡында белә, шулай уҡ Ҡыҙыл китапҡа индерелгән хайуандарҙың йәшәү урынын өйрәнә ала. Бынан тыш, технопаркта «Квантомузей» эшләй.
Башҡортостан Башлығы «Кванториум» майҙансығын ҡараны, балалар менән аралашты, ҡорамалдар һәм шул иҫәптән 3D-принтер өсөн тотонола торған материалдар менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитов сығым материалдарҙы импорт аналогы менән сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа илебеҙ предприятиеларында етештерергә тәҡдим итте.
- «Кванториум»ды ҡараныҡ. «Кванториум»ды яңы ҡорамалдар, приборҙар менән йыһазландырыу өсөн 45 миллион һум күләмендә ресурстар таба алған «СИБУР» компанияһына оло рәхмәт һүҙҙәре, – тине сәфәр йомғаҡтары буйынса республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Бөтә лайыҡлы, бөтә яҡшы. Рәсәй Федерацияһында «Кванториум»дар төҙөү буйынса программа бөгөнгө көнгә, һис шикһеҙ, уңышлы эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1125834-programma-po-sozdaniyu-kvantoriumov-rabotaet-uspeshno-rustem-khamitov/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика