05:45 (UTC+5), 07 Марта 2018

Башҡортостандың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһында «Ирәмәл» паркында ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйыуға аңлатма бирҙеләр

Сергей Сиротин
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйҙы. Бындай ҡарар социаль селтәрҙә көслө фекер алышыу тыуҙырҙы. Алдан хәбәр ителгәнсә, блогерҙар һәм туристик индустрия вәкилдәре ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйыу Ирәмәл тауының туристик йәлеп итеүсәнлегенә етди зыян килтерер тип хәүефләнә. Улар туристар ағымы Башҡортостандан тиҙ арала күрше төбәккә күсер тип иҫәпләй. Бынан тыш, бындай ҡарар изге урынға өлкән кешеләргә, балаларға һәм инвалидтарға юлды япты.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы директоры Марат Хәсәнов аңлатыуынса, дирекция ошо һорау өҫтөндә эшләй – тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы менән хеҙмәттәшлектә килеп сыҡҡан хәлдән законлы юл эҙләй.
«Ирәмәл» тәбиғәт паркы ҡағиҙәләренә һәм Рәсәй Федерацияһының тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенә ярашлы, парктың эше менән бәйле булмаған механик транспот сараларының хәрәкәте тыйылған – был беренсе. Икенсенән, тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһының был сәбәп буйынса ҡарашы бик ҡаты. Шуға беҙ ошолай фекерләйбеҙ: туристарҙың уңайлығы өсөн дә ҡарарҙар эҙләргә кәрәк, әммә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен үтәү сиктәрендә», — тип комментарий бирҙе ведомство директоры.
Уның һүҙҙәренсә, парк уникаль тәбиғәтте һаҡлау өсөн булдырылған.
«Кешеләр бында матур тәбиғәт менән һоҡланыр өсөн килә, уларға ошо урындарҙың тыныслығы күңелгә йәм өҫтәй. Күҙ алдына килтерегеҙ, әгәр бында үтә йөрөмәле урын эшләргә юл ҡуйһаҡ, Ирәмәл үҙенең ошо матурлығында оҙаҡ һаҡланырмы? Беҙ бына тыйҙыҡ та эш бөттө тип, был мәсьәләгә нөктә ҡуймайбыҙ. Беҙ аҙ хәрәкәт иткән граждандар ҙа тәбиғәт паркында була алһын һәм ҡануниәт тә боҙолмаһын өсөн мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ», — тип өҫтәне Марат Хәсәнов.
http://www.bashinform.ru/news/1125706-v-direktsii-po-osobo-okhranyaemym-prirodnym-territoriyam-bashkirii-prokommentirovali-zapret-poezdok-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика