Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2018, 14:31

Башҡортостанда почта бүлексәләренең байрам көндәрендә эшләү графигы баҫылды

retail-loyalty.org
retail-loyalty.org
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеүгә бәйле, 7 мартта Башҡортостанда почта элемтәһе бүлексәләренең эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
8 март — ял көнө.
Йома, 9 мартта, бүлексәләр шәмбе графигы буйынса эшләй.
Байрам көндәрендә пенсиялар һәм пособиелар Пенсия фонды менән килешеүгә ярашлы таратыла.
Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһынан файҙаланыусылар бүлексәләрҙең эш ваҡытын, яҡындағы асыҡ бүлексәне уның ярҙамында асыҡлай ала.
Бынан алда Пенсия фондының республика бүлексәһе март айындағы байрам көндәрендә пенсия таратыу графигын хәбәр иткәйне. Аҡсаны тапшырыуҙың аныҡ ваҡыты ағымдағы йылдың февралендә таратылған квитанцияларҙа билдәләнде.
http://www.bashinform.ru/news/1125798-v-bashkirii-opublikovan-grafik-raboty-pochtovykh-otdeleniy-v-prazdnichnye-dni/
Читайте нас: