06:31 (UTC+5), 07 Март 2018

Башҡортостан хөкүмәтендә күп балалы әсәләр бүләкләнде

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Быйыл республикала «Әсәлек даны» дәүләт наградаһы булдырылыуға 20 йыл тула. Шул ваҡыт эсендә 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо абруйлы наградаға лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән.
«Һеҙҙе яҙҙың тәүге көндәрендә бүләкләү бигерәк күңелле, — тип мөрәжәғәт итте ҡатын-ҡыҙҙарға республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. — Тереклеккә йәшәү көсө биргән яҙ менән сағыштырам мин һеҙҙе. Беҙ артабан да ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ. «Балалыҡ ун йыллығы» программаһы сиктәрендә социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүлеү ҡаралған. Ошо суммаға беҙ республика ҡаҙнаһынан аҡса өҫтәйбеҙ, уны балалар баҡсаларындағы ясле төркөмдәрен ойоштороуға йүнәлтәбеҙ».
Вице-премьер һүҙҙәренсә, балалар поликлиникаларын һәм дауаханаларҙы яңыртыу, заманса йыһазландырыу, мәҙәниәт объекттарын һәм дөйөм белем биреү учреждениеларын ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүлеү күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1125787-v-pravitelstve-bashkirii-nagradili-mnogodetnykh-materey-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика